+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 21:15

Һәр ерҙә “Еңеү көнө” йыры яңғыраясаҡ!

25 апрелдә Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған киң акция башлана.

25 апрелдә Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған киң акция башлана.
“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән старт ала. Йыр марафоны төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштерәсәк. Ҡатнашыусы төбәктәр барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ.
Акция өсөн был йыр юҡҡа ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡын кешеләрҙе юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр бынан 45 йыл элек башҡарыла.
Волга буйы федераль округының йыр марафонына старт февраль башында Мордва Республикаһында бирелгәйне. Билдәле “Еңеү көнө” йырын Саранскиҙың һәм муниципаль райондарҙың иң яҡшы ижади коллективтары, республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр башҡарғайны. 25 апрелдә улар эстафетаны күршеләренә – Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренә тапшыра.
Төбәктәрҙәге ижади коллективтарҙың сығышын яҙҙырыу быйылғы йылдың февралендә, март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем ойошторолдо.
Республика һәм өлкәләрҙең ижади коллективтарының сығыштары 25 апрелдән 8 майға тиклем урындағы телеканалдар аша күрһәтеләсәк. Ә 9 майҙа – Еңеү көнөндә был йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ. Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хештегтары аҫтында, YouTube каналында табып ҡарарға, радиостанциялар аша радио-версияларын тыңларға мөмкин.
Хәтер һәм дан йылында “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны барыбыҙҙы ла – Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштерә.
Читайте нас: