Башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн уҡылған текст Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” документаль повесынан өҙөк булды. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әхтәм Ихсан
112-се Башҡорт атлы дивизияһының «
Ҡыҙыл атлылар» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. Һуғыштан ҡайтҡас, республика радиокомитетында, «Башҡортостан ауыл хужалығы» журналы редакцияһында эшләй.