+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 15:50

Башҡортостан Башлығы башҡорт теленән диктант яҙҙы

25 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Эпидемиологик хәлгә бәйле был сара беренсе тапҡыр онлайн форматта үтте. Алтынсы тапҡыр уҙған диктантты Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙәге ҡәрҙәштәребеҙ ҙә яҙҙы Үҙ белемдәрен Ҡаҙағстан, Төркиә, Германия, Франция, Бөйөк Британия, АҠШ, Канадала йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа һынап ҡараны.

Диктант башланыр алдынан Радий Хәбиров акцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп: “– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙабыҙ. Мин дә ҡатнашырға уйлайым. Беҙҙең өсөн «Башҡорт диктанты» проекты ныҡ кәрәк. Ул беҙҙе, беренсенән, берләштерә. Икенсенән, башҡорт телен өйрәнергә яңы стимул бирәсәк. Был заманда беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем”, - тине.
Читайте нас: