+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 12:15

“Хәтер баҡсаһы” акцияһы бара

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына Ғафури районы ла әүҙем ҡушылды. Район биләмәһендә ағас үҫентеләре ултыртыла.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына Ғафури районы ла әүҙем ҡушылды. Район биләмәһендә ағас үҫентеләре ултыртыла.
“Юғары әҙерлек” режимы шарттарында сараға күмәк халыҡ йәлеп ителмәне, акцияла район хакимиәте һәм махсуслаштырылған ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Район халҡына иһә үҙ баҡсаларында ағас ултыртырға, йә булмаһа ағас-баҡса һүрәте төшөрөп һәм башҡа поделкалар эшләп социаль селтәрҙәрҙә #СадПамятиДома хештегы менән ҡуйырға тәҡдим ителә.
Читайте нас: