-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2020, 11:25

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһы телевизион форматта ойошторола

9 майҙа баш ҡаланың «Вся Уфа» телеканалында Еңеү көнөнә арналған телемарафон уҙғарыла.Эфирҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙар һәм ҡотлауҙар яңғырай.

9 майҙа баш ҡаланың «Вся Уфа» телеканалында Еңеү көнөнә арналған телемарафон уҙғарыла. Эфирҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙар һәм ҡотлауҙар яңғырай. Бынан тыш, марафон барышында телевизион
форматта «Үлемһеҙ полк» акцияһы була. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың портреттары һәм герой тураһында ҡыҫҡаса хикәйә менән видеояҙманы әле үк [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. «Коронавирус
менән бәйле хәл Еңеү көнөн байрам итеүгә төҙәтмәләр индерһә лә, беҙ барыбер ошо бөйөк байрамды билдәләрбеҙ», — тип белдерҙе телеканал етәкселеге. Был көндә тура эфирҙа +7 (347) 254-70-08 телефоны буйынса беҙгә тыныс
тормош бүләк иткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә мөмкин. Телемарафон иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Бынан алда «Үлемһеҙ полк» халыҡ акцияһын ойоштороусылар рәсәйҙәргә социаль селтәрҙә #Үлемһеҙполкөйҙә
һәм #минеңполкымөйҙә хэштегтары менән атай-олатайҙарының, әсәй-өләсәйҙәренең тарихы тураһында яҙырға тәҡдим итте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаған ҡаһармандарҙың тарихтары онлайн-трансляцияла күрһәтелә.
Читайте нас в