26 апрелдә “Урал авиалиниялары” авиакомпанияһы рейсы менән Өфөгә Дубайҙан 117 Рәсәй турисы ҡайтып төштө, уларҙың 17-һе – Башҡортостан гражданы.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре һауа судноһы бортында термометрия сараһы уҙғарғас, пассажирҙар паспорт һәм таможня контроле үтте. Сит илдән ҡайтҡандар өсөн Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йылы аш ойошторолдо, эсемлектәр, йылы пледтар тәҡдим ителде.
34 пассажир Өфө районындағы обсерваторҙа ике аҙналыҡ карантин үтеүгә юлланды. Күрше төбәктәрҙең – Ырымбур, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан һәм Пермь крайы етәкселеге үҙҙәренең туристары өсөн автобус рейсы ойошторҙо. 50 пассажир эске авиарейс менән Екатеринбургка осто.
Дубайҙан яһалған рейс күнекмәләр ваҡытында өйрәнелгән технологияға ярашлы ойошторолдо. Был рейсты хеҙмәтләндергән белгестәрҙең барыһы ла хәүефһеҙлек сараларын үтәне, шәхси һаҡланыу сарлары менән тәьмин ителде.