Баҡсаға барыу өсөн Doroga02 порталында теркәлергә кәрәкмәй, тип хәбәр итте Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин «Граждандар университеты» онлайн-лекторийы барышында. Үҙең менән паспорт һәм участканың документтарын алыу ҙа етә. Баҡсаға нисә тапҡыр кәрәк, шунса барырға мөмкин.
Һанлы үҫеш министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, 8 апрелдә Doroga02 порталы эшләй башлағандан алып унда 400 меңдән ашыу автоһәүәҫкәр теркәлгән. Республикала бөтәһе 1,7 миллион самаһы автомобилсе.