+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 15:30

Башҡорт халыҡ әкиәте «Йомарт ҡуян» Төркиәлә донъя күрҙе

Башҡорт халыҡ әкиәте «Йомарт ҡуян» Төркиәлә донъя халыҡтары әкиәттәре серияһында донъя күрҙе.

Башҡорт халыҡ әкиәте «Йомарт ҡуян» Төркиәлә донъя халыҡтары әкиәттәре серияһында донъя күрҙе. Ул 12 китаптан торған «Төрки телле халыҡтарҙың әкиәттәре» серияһына ингән. Унда азербайжан, алтай, башҡорт, татар, төрөк, төркмән, хакас, сыуаш әкиәттәре лә бар. Татар әкиәттәренән – «Хан менән йылан». Әкиәттәр циклын Төркиәнең «Әкиәтсе бабай» тип танылған күренекле балалар яҙыусыһы Южәл Фәйзиоглу әҙерләгән, тип хәбәр итте «Татар-информ». Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән баҫма мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. Китаптар серияһы Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы булышлығында сығарылған.
Читайте нас: