+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 11:45

Башҡортостанда «Беҙҙең еңеү көнө» акцияһы үтте

Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған патриотик акция башланып, “Беҙҙең Еңеү көнө” марафоны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге башланғысы менән старт алғайны.

Башҡортостан эстафетаны Удмурт республикаһынан ҡабул итте . Акция өсөн "День Победы" йыры юҡҡа ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡын кешеләрҙе юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Округҡа ингән һәр төбәккә Еңеү көнөнә арналған йырҙы рус һәм үҙ туған телдәрендә башҡарыу бурысы ҡуйылды. "День Победы" йырын башҡорт теленә яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова тәржемә иткән. Бөгөн акция Һамар өлкәһендә дауам итә.
Читайте нас: