Ғаризаларҙы : “Фән һәм мәғариф”, “Граждандарға социаль ярҙам һәм яҡлау”, “Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам”, “Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау”, “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, хайуандарға уңайлы йәшәү мөхите булдырыу һәм уларҙы яҡлау”, “Йәштәр сәйәсәте”, “Милләт-ара һәм дини-ара татыулыҡты нығытыу”, “Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү”, “Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормошто, физик культураны һәм спортты пропагандалау” йүнәлештәре буйынса тапшырырға була.
Был йүнәлештәргә 40 миллион һум аҡса бүленә. Ғаризалар 25 майға тиклем grant.openrepublic.ru сайтында электрон төрҙә ҡабул ителә. Проекттарҙың тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, грант биреү шарттары һәм тәртибе тураһындағы ентекле мәғлүмәтте ошо уҡ сайттағы “Конкурстар” тигән ҡушымтаның “Документтар” бүлегендә табырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 218-16-82.