+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 12:30

Махсус техника тапшырылды

Республиканың Янғын һүндереү үҙәге базаһында ведомствоға ҡараған урман хужалыҡтарына һәм Янғын һүндереү үҙәгенә махсус тәғәйенләнештәге техника тапшырыу тантанаһы үтте.

Республиканың Янғын һүндереү үҙәге базаһында ведомствоға ҡараған урман хужалыҡтарына һәм Янғын һүндереү үҙәгенә махсус тәғәйенләнештәге техника тапшырыу тантанаһы үтте.

Тантана ваҡытында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ведомствоға ҡараған учреждениеларға яңы техника тапшырыуҙың яҡшы йолаға әйләнеүе хаҡында белдерҙе.

- Һатып алынған 16 берәмек яңы техника һәм ҡорамал, йәғни14 тракторһәм ике ағас ултыртыу машинаһы, урман хужалыҡтарында йәшел ҡалҡанды тергеҙеү һәм үҫтереү сараларын ойоштороуға тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Урман янғыны үҙәгенең техника паркы ике автоцистерна, бер янғын һүндереү тракторы, ҡеүәтлеЕгерь 2” автомобиле һәм бер йѳк транспорты менән тулыланды. Яңы кѳстәр урман фондында килеп тыуғанғәҙәттән тыш хәлдәр менән кѳрәшергә ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.


Әйткәндәй, быйыл Урман хужалығы министрлығы Янғын һүндереү үҙәген техника менән тәьмин итеүҙе 91,7 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуя, ә 2024 йылға 100 процентҡа еткерәсәктәр.

Был ыңғай ғәмәлдәр Экологиямилли проектыныңУрмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыу һѳҙѳмтәһендә тормошҡа ашырыла. Проект киләсәктә урман ҡырҡыу һәм тергеҙеү нисбәтен тәьмин итеү мѳмкинлеген бирәсәк.

Читайте нас: