+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 11:20

Сирлеләр һаны арта

Көн һайын GOVID-19 инфекцияһын йоҡтороусылар һанының кәмеүенә йөҙ тотһаҡ та, вирус һаман да таралыуын дауам итә. 28 апрелгә ҡарата алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүлек эсендә “рекорд” ҡуйылған – сирҙе йоҡтороусылар 61-гә артҡан.

Хәҙер уларҙың һаны республикала 631-гә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта ошондай һандар яңғыраны. Дауахананан 80 пациент һауығып сыҡҡан.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе Венер Изекәев әйтеүенсә, Рәсәйҙә коронавирусты йоҡтороусылар һаны 93 558-кә етте. Бөтәһе 867 кеше вафат булған, 8 456 пациент һауыҡҡан.
Башҡортостанда биш дауаханаға сикләү саралары индерелгән. Өфөләге онкология диспансеры, Стәрлетамаҡтағы 1–се дауахана, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Балтас райондары үҙәк дауаханалары тураһында һүҙ бара. Сирлеләрҙең иң күбеһе Өфөлә – 240 кеше, Бәләбәйҙә – 44, Өфө районында -33, Туймазыла - 20, Стәрлетамаҡта - 15, Кушнаренко районында – 14 , Октябрьский ҡалаһында -13 , Ҡырмыҫҡалы һәм Миәкә райондарында 12-шәр осраҡ теркәлгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: