+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 15:25
Еңеү йыры татар телендә яңғыраны
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына бөгөн ут күршебеҙ – Татарстан Республикаһы ҡушылды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына бөгөн ут күршебеҙ – Татарстан Республикаһы ҡушылды.
Татарстандың баш ҡалаһында йыр флешмобын яҙҙырыу мәҙәни, фәнни һәм белем биреү үҙәктәренең береһе һаналған Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтында һәм шағир, Советтар Союзы Геройы Муса Йәлил һәйкәле урынлашҡан Ҡазан Кремле янында үткән. Был изге миссияла Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниева, Татарстандың атҡаҙанған артистары Әлфис Ғәлиуллин һәм Эльвира Ғәлиуллина, “Тауыш. Балалар” конкурсы аша билдәле Айгөл Вәлиуллина, шулай уҡ Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты уҡытыусылары, доценттары һәм магистрҙары ҡатнашҡан.
Татарстанда ла, Волга буйы федераль округының башҡа субъекттарында ла марафон өсөн видеояҙмалар эшләү, йырҙы яҙҙырыу илебеҙҙә коронавирусҡа бәйле үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылды.
“Был акция төбәктәрҙе берләштерә, уларҙың мәҙәни үҙенсәлеген күрһәтеүгә булышлыҡ итә”, – тип һөйләй Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты ректоры Роза Әхмәҙиева. Уның һүҙҙәрен халыҡ артисы Венера Ғәниева ла хуплай: “Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларҙа, флешмобтарҙа һәр артист ҙур теләк менән ҡатнаша. Был – йәшлеген, һаулығын, көсөн йәлләмәй тыуған илебеҙгә Еңеү килтергән һуғыш ветерандарына, атай-олатайҙарыбыҙға үҙенә күрә рәхмәт белдереү билдәһе”, – тине ул.
Быйыл барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы билдәләгән Татар АССР-ы һуғыш йылдарында Ҡыҙыл армияның көслө тылына әйләнә. Республикаға 70-тән ашыу завод һәм фабрика эвакуациялана. Бында 226 мең кеше, шул иҫәптән 15 мең етем бала төйәк таба. Республика биләмәһендә 50-нән ашыу эвакогоспиталь эшләй, уларҙа 334 мең яралы яугир дауалана, шуларҙың 207 меңе яңынан сафҡа баҫа.
Татарстандың 100 меңдән ашыу яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана. 186 кеше Советтар Союзы Геройы булып таныла, ә Николай Георгиевич Столяров был исемгә ике тапҡыр лайыҡ була. Фронтҡа киткән 700 меңдән ашыу кешенең һәр икенсеһе яу ҡырынан ҡайта алмай. Уларҙың исемдәре 28 томлыҡ Хәтер китабында мәңгеләштерелгән.
Әлеге йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнаша. Татарстан эстафетаны Түбәнге Новгород өлкәһенә тапшыра.
Был сара урындағы һәм федераль телеканалдар, радиостанциялар аша тапшырыла, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә
#песнипобедыПФО
#нашденьпобеды
хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.
#песнипобедыПФО
#нашденьпобеды
Читайте нас: