Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан предприятиеларында коронавирус сиренең таралыуына ҡаршы көрәшкә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар ҙур сәнәғәт компаниялары тарафынан санитария-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеше, тейешле иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты.
– Республикабыҙҙа, бөтә илдәге кеүек үк, сирҙе йоҡторған кешеләрҙең һаны артыуын дауам итә. Ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән етди сара күрелә. Тикшеренеүҙәр күләме буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынға сыҡтыҡ. Көн һайын биш меңдән ашыу кешене тикшерәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Әле сирлеләр өсөн өс мең урын әҙерләнде. Тағы ла ике мең урын булдырыу буйынса күрһәтмә бирҙем. Әгәр үҙегеҙҙең предприятиеларҙа санитария-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тәьмин итмәһәгеҙ, был урындар етмәйәсәк.
Республика Башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы белгестәре предприятиеларҙы тикшерҙе. Һөҙөмтәләр ҡайһы бер объекттарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәмәүҙе, антисептиктар булмауын, битлек кеймәүҙәрен күрһәтте. Радий Хәбиров талаптарҙы көсәйтергә, халыҡ бер урынға күпләп йыйылмаһын өсөн эш графигын аныҡ төҙөргә ҡушты.