-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 16:25

Республикала карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм педагогтарға аҡса түләнә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике аҙна карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм педагогтарға бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике аҙна карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм педагогтарға бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
– 11 апрелдән – Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы дәүләт социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында;
– 20 апрелдән – Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы уҡыусылар тәүлек әйләнәһенә булған дәүләт учреждениеларында;
– 21 апрелдән – республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Республика махсуслаштырылған бала йортонда.
Административ-идара итеү персоналына һәм социаль, белем биреү, медицина хеҙмәттәре күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә 15 мең һум түләнә;
Хеҙмәт күрһәтеү өсөн шарттар менән тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәргә – 5 мең һум.
Әгәр социаль учреждениела яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың раҫланған осраҡтары булһа, бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә 25-әр мең һум түләйҙәр.
Был түләүгә район коэффициенты өҫтәлә — 15%.
Ведомстволарға — ошо Указ ҡағылған учреждениелар һәм хеҙмәткәрҙәр категорияһы исемлеген, хөкүмәткә түләүҙәрҙе финанс менән тәьмин итеү сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелә.
Читайте нас: