+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 18:15

Янғын һүндереүселәргә - яңы техника

Бөгөн, Рәсәй Янғын һағы көнөндә, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Нефтекама ҡалаһының Әмзә ауылы янғын часына баҫҡыслы янғын автоцистернаһы тапшырҙы.

Бөгөн, Рәсәй Янғын һағы көнөндә, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Нефтекама ҡалаһының Әмзә ауылы янғын часына баҫҡыслы янғын автоцистернаһы тапшырҙы.
Хаҡы 18 миллион һум тәшкил иткән техника “2030 йылға тиклем республика биләмәһендә янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә ҡайтартылған. Ҡеүәтле техника 24 метрға тиклем бейеклектәге биналарҙа ҡотҡарыу эшен башҡарырға мөмкинлек бирә.
Стратегияны тормошҡа ашырыу сиктәрендә, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәттәре быйыл шундай уҡ алты янғын цистерналары менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, республиканың ирекле янғын һүндереү командаларына 30 берәмек тағылмалы янғын һүндереү техникаһы тапшырыласаҡ.
Читайте нас: