+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2020, 14:35

Ауылда эшләүсе йәш уҡытыусылар, һеҙҙең иғтибарға!

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2020 йылда гранттар биреүгә конкурс иғлан итә.2020 йылдан гранттар һаны 150-гә тиклем артҡан. Гранттың күләме 690 мең һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2020 йылда гранттар биреүгә конкурс иғлан итә.
2020 йылдан гранттар һаны 150-гә тиклем артҡан. Гранттың күләме 690 мең һум тәшкил итәсәк.
Конкурста 35 йәшкә тиклемге, Рәсәй Федерацияһы гражданы булған, конкурсҡа документтар биргәнгә тиклем ике йылдан да кәм түгел Башҡортостанда халҡы 15000 кешенән артмаған ауыл ерендә эшмәкәрлек алып барған, дөйөм белем биреү ойошмаһында белем биргән һәм уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан да кәм булмаған уҡытыусылар ҡатнаша ала.
Дөйөм белем биреү ойошмаларында административ йәки ойоштороу эштәрен алып барғандар конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә түгел. Шулай уҡ быға тиклем грант алғандар ҙа ҡайтанан үҙен һынап ҡарай алмай.
Гранттарға дәғүәселәрҙе дөйөм белем биреү ойошмалары һәм республиканың муниципаль берәмектәренең мәғариф идаралыҡтары тәҡдим итә.
Конкурс материалдарын [email protected] электрон почтаһына йәки Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2-се йорт, 309-сы бүлмә адресы буйынса 2020 йылдың 1 майынан 1 июненә тиклем тапшырырға кәрәк.
Тағы ла тулыраҡ мәғлүмәт менән республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: