0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2020, 12:50

Сирлеләр арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1 майға биргән мәғлүмәттәре буйынса, республикала GOVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны тәүлек эсендә 77-гә артып, диагноз раҫланған ауырыуҙар һаны 843-кә еткән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1 майға биргән мәғлүмәттәре буйынса, республикала GOVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны тәүлек эсендә 77-гә артып, диагноз раҫланған ауырыуҙар һаны 843-кә еткән.
Әле республика стационарҙарында 381 кеше дауалана. Сирҙе еңел үткәргән 272 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауа ала. Тәүлек эсендә туғыҙ пациент һауығып дауахананан сыҡҡан, 6193 лаборатор тикшеренеү үткәрелгән.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы тағы лә 7933 кешелә раҫланған. Шулай итеп, илдә сирҙе йоҡтороусылар һаны 114 431-гә етте, 1169 ауырыу вафат булды.
Читайте нас: