+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2020, 12:50

Вахта менән эшләүселәр ҡайта...

Радий Хәбировҡа “Газпром” системаһындағы эре компания – “Стройтранснефтегаз”дың етәкселеге мөрәжәғәт иткән.

Радий Хәбировҡа “Газпром” системаһындағы эре компания – “Стройтранснефтегаз”дың етәкселеге мөрәжәғәт иткән.
Эш шунда: Яҡут Республикаһында Чаянда нефть-газ конденсаты ятҡылығында ауыр эпидемиологик хәл килеп тыуған, компания вахта менән эшләгән 1800 Башҡортостан кешеһен үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын тәьмин итеү өсөн республикаға ҡайтарыуҙы һораған.
– Әлбиттә, уйлап та тормай уларҙы ҡабул итәбеҙ, беҙҙең ҡәрҙәштәр, яҡташтар бит. Ләкин эш күләме лә ныҡлы артасаҡ. 1800 кешенең бер өлөшө вирус йоҡторған һәм сирләй. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур көсөргәнеш буласаҡ, – тине был турала Радий Хәбиров.
Был йәһәттән төбәк етәксеһе Хөкүмәт вице-премьеры Андрей Назаровҡа һәм һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға тестар эшләү һанын арттырырға һәм Мәскәүҙәге вәкиллектән дарыу һәм ИВЛ аппараттары алыуҙа ярҙам һорарға ҡушты.
– Ике мең самаһы вахта менән эшләгән ир-ат ҡайтасаҡ. Улар бик арыған, кемдер сирле. Эске эштәр министрлығы менән "Росгвардия"нан да ярҙам һорайым, закон талаптарына ярашлы, изоляцияланған барлыҡ кешеләр һаҡ аҫтына алынырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Кем сирләй – дауаланасаҡ, сирләмәгәндәре изоляцияла ултырып торасаҡ. Уларға һәйбәт туҡланыу, телевизорҙар һәм башҡа уңайлыҡтар булдырырға кәрәк.
Читайте нас: