+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2020, 21:00

Акция бара

Бөгөн республика ҡалаларында халыҡҡа битлектәр тарата башланылар.

Бөгөн республика ҡалаларында халыҡҡа битлектәр тарата башланылар.
Ике көндә республиканың 6 ҡалаһында 50 мең битлек таратыласаҡ. Ирекмәндәр битлектәрҙе аҙыҡ-түлек магазиндарында, автозаправкаларҙа һәм башҡа урындарҙа тарата. Бөгөн Өфөнөң 7 районында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты, республика ирекмәндәр үҙәге һәм йәштәр инициативаһы һәм Өфө ҡалаһының ирекмәндәр штабы ирекмәндәре тарафынан 5-әр мең битлек таратылған.
Бөгөн Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларына 3-әр мең битлек килтерелгән. Был битлектәрҙе муниципалитеттарҙың оператив штабтары ирекмәндәре 4 майҙа 13.00 сәғәттә бар теләүселәргә битлектәр таратасаҡ. Шулай уҡ 4 майҙан 9 майға ирекмәндәр георгий таҫмалары таратасаҡ.
Читайте нас: