-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2020, 14:40

Туристар ҡайтты

Бөгөн төндә Башҡортостанға Таиландтан сираттағы бер төркөм турист ҡайтты. Пхукет аэропортынан күтәрелгән “Урал авиалиниялары” компанияһы самолеты Өфөгә был дәүләттән коронавирус сәбәпле ҡайта алмаған Рәсәй граждандарын алып килде.

Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бортта 116 граждан булған. Улар Борт Пхукет – Донудағы - Ростов – Өфө – Екатеринбург маршруты буйынса осҡан. 24 кеше Дондағы Ростовта төшөп ҡалған, 55-е – Башҡортостанда. Ҡалғандары Екатеринбургка йүнәлгән.
Юл ыңғайы самолет Шымкент ҡалаһында заправка өсөн туҡтаған. Киләһе ике аҙнаны, ниһайәт, тыуған яғына ҡатып еткән туристар республикалағы обсерваторҙарҙың береһендә үткәрергә тейеш. Уның адресын әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Читайте нас: