Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Хѳкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары һәйкәлдәргә һәм обелисктарға Дан веноктары, сәскә бәйләмдәре һаласаҡ.
"Бындай сараларҙа күмәк кеше ҡатнашырға тейеш түгел, халыҡты йыймағыҙ", - тип билдәлне Радий Хәбиров.
Шулай уҡ “Үлемһеҙ полк”ты һуңыраҡ үткәрергә ҡарар иткәндәр, әле республикала “Полк 2020” интернет-порталы эшләй. Башҡортостан халҡы унда үҙ ҡаһармандары хаҡында мәғлүмәт урынлаштыра ала. Был “Үлемһеҙ полк”тың күсермәһе – ветерандар тураһында иҫтәлекте һаҡлау бурысын атҡарыуға булышлыҡ итә.
Яу батырҙарының фотоһүрәттәрен, улар хаҡында яҙмаларҙы һәр кем социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә #Бессмертныйполк2020, #Бессмертныйполконлайн, #ДеньПобедыдома, #9маявсети, #9маЯпомню хештегтары менән урынлаштыра ала.
Республика Башлығы 9 Майҙа 21.00 сәғәттә “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй сараһына ҡушылыуҙы һораны.
Кәңәшмә алдынан Радий Фәрит улы ошо аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән танышты. Унда 3,5 мең һумға торошло ризыҡ төрҙәре һалынған.