+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2020, 16:05

Илһөйәрлек марафонына Сыуаш ере ҡушылды

Белеүегеҙсә, Волга буйы федераль округына ингән 14 төбәктә “Беҙҙең Еңеү көнө” тип аталған киң күләмле акция бара. Уға ярашлы һәр республика һәм өлкә 45 йыл элек композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов ижад иткән “Еңеү көнө” йырын туған телендә башҡара. Бөгөн йыр марафонына Сыуаш Республикаһы ҡушылды.

Белеүегеҙсә, Волга буйы федераль округына ингән 14 төбәктә “Беҙҙең Еңеү көнө” тип аталған киң күләмле акция бара. Уға ярашлы һәр республика һәм өлкә 45 йыл элек композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов ижад иткән “Еңеү көнө” йырын туған телендә башҡара. Бөгөн йыр марафонына Сыуаш Республикаһы ҡушылды.
Илһөйәрлек акцияһы өсөн легендар йырҙы Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ шағиры Юрий Семендер туған теленә тәржемә иткән. Видеояҙма “Еңеү” мемориал комплексында, Хәрби дан музейында һәм Республика халыҡ ижады үҙәгендә төшөрөлгән. Был эштәр ағымдағы йылдың февраль аҙағынан март башынаса – илдә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы индерелгәнгә тиклем башҡарылған.
Сыуаш Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Николаев: “Был акцияға ихлас күңелдән ҡушылдыҡ. Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Әлеге проект – фиҙакәрлеге, ҡаһарманлығы өсөн ветерандарыбыҙға тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдереү сараһы ул”, – тип билдәләне.
Сыуаш еренән фронтҡа 208 мең кеше китеп, шуның яртыһына тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Еңеү өсөн көрәш тылда ла тынмай. Республика биләмәһенә 28 завод һәм фабрика эвакуациялана. Козловск йорттар төҙөү һәм Шумерлинск ағас эшкәртеү комбинаттары фронт өсөн самолеттар һәм планерҙар эшләү өсөн үҙгәртеп ҡорола. Канаш һәм Алатырь вагон-паровоз ремонтлау заводтарында бер ыңғай артиллерия снарядтары, бронепоездар етештерелә.
Сыуаш Республикаһы тәҡдим иткән видеояҙманы әҙерләүҙә Сыуаш дәүләт филармонияһы артисы Юрий Катков, Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры солистары Маргарита Финогентова һәм Иван Николаев, билдәле йырсылар Алексей Московский һәм Ольга Пеганова, “Соловушки” хоры, “Классика” йыр капеллаһы, “Йәшә һәм хәтерлә” патриотик йыр ансамбле ҡатнашҡан.
Йыр марафонының барышын урындағы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары киң яҡтырта, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.
Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов “Еңеү көнө” йырын 9 май көнө туған телдә башҡарырға тәҡдим итте. Бының өсөн pobeda-2020.ru йә диктантпобеды.рф сайтына инергә, “Еңеү көнө” йырының һүҙҙәрен башҡорт (йә иһә икенсе) телендә табырға һәм йырларға ғына кәрәк.
Читайте нас: