-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2020, 17:13

Республикала коронавирус йоҡтороуҙың 24 яңы осрағы асыҡланған

Бөгөнгө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә тәүлек эсендә 10 559 кешелә коронавирус асыҡланған. Шуның 40 процентын ауырыу менән бәйләнештә булғандар тәшкил итә. 1462 пациент һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә тәүлек эсендә 86 ауырыу вафат булған (бөтәһе – 1537).

"Роспотребнадзор" мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә барлығы 4,6 миллиондан ашыу лаборатор тикшереү үткәрелгән (һуңғы тәүлектә 173,3 мең тест).
Башҡортостанда сирҙе йоҡтороусылар һаны кәмей төшкән. Бер тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһы 24 кешелә асыҡланған (бөтәһе 1160 пациентта сир раҫланған). Һауыҡҡан пациенттар һаны – 289.
Читайте нас: