+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 17:25

Байрам саралары

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан 9 Май көнө районда түбәндәге саралар үтә. Үҙаллы изоляция шарттарында бар саралар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, күмәк халыҡты йәлеп итмәйенсә уҙғарыла. Саралар тураһында гәзиттән уҡып белерһегеҙ.

7.30 – 8.00 сәғәттәрҙә Красноусол ауылының үҙәк урамдары буйлап техника парады үтә. 8.00 сәғәттә һәйкәлдәр һәм обелискыларға Дан веноктары, сәскә бәйләмдәре һалыу була.
9.00 – 11.00 сәғ. – байраҡсылар төркөмө, барабансылар, эске эштәр бүлеге, хәрби хәрәкәттәр ветерандары төркөмдәренән парад һуғыш ветерандары В.Ә.Шәрипов, Р.Ғ.Хөснөтдинов, С.Ғ.Сатлыҡов, Н.Б.Вахитов, Н.С. Салауатов йәшәгән йорттар алдынан үтә.
11.00 сәғәттә Красноусолдағы 18 күп фатирлы йорт янында #поемдвором акцияһы була. Уға урамға сыҡмайынса ғына фатир тәҙрәләренән, балкондарынан ҡушылырға мөмкин. 15.00 – 17.00 сәғәттәрҙә уҙасаҡ онлайн-концертты район мәҙәниәт бүлегенең Бәйләнештә төркөмөндә, Интернет селтәрендә ютуб каналында ҡарарға була. 17.00-дән 21.00 сәғәткә тиклем “Үлемһеҙ полк” акцияһы онлайн үтә. Трансляция телеканалдарҙа, медиаэкрандарҙа, социаль селтәрҙәрҙә, шулай уҡ “Рәсәй Үлемһеҙ полкы” порталында күрһәтелә.
19.00 сәғәттә - “Бер минут тынлыҡ” иғлан ителә.
23.00-дә – район үҙәгендә күк йөҙөн Еңеү салюты биҙәйәсәк.
23.45 сәғәттә "Еңеү фонарҙары" акцияһына ҡушылып, тәҙрә янында фонарь (майшәм, телефон һ.б.) яҡтыртырға була.
Читайте нас: