-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:15

Бер “Scania” өс иҫке машинаны алмаштыра

Сүп-сар ташыу өсөн тәғәйенләнгән “Scania” тип аталған биш заманса машина “Эко-Сити” төбәк ҡалдыҡтар менән эш иткән операторҙың автопаркына килтерелгән.

Сүп-сар ташыу өсөн тәғәйенләнгән “Scania” тип аталған биш заманса машина “Эко-Сити” төбәк ҡалдыҡтар менән эш иткән операторҙың автопаркына килтерелгән.
Төбәк операторының матбуғат хеҙмәткәре Кристина Кузнецова хәбәр итеүенсә, ойошманың автопаркы тик яңы техниканан тора. Был иһә республиканың көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәгән халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Машиналар Рәсәй шарттарында эшләүгә яраҡлаштырылған. Уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәлелегенә килгәндә, сүп-сар ташыуға тәғәйенләнгән бер машина өс иҫке техника берәмеген алмаштырыу ҡеүәтенә эйә. Өҫтәүенә, ул экологик йәһәттән дә отошло: атмосфераға сығарылған зыянлы матдәләр күпкә аҙыраҡ, тип белдергән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был заман машинаһының арбаһының һыйҙырышлығы 22 кубометр булһа ла, ул тиҙ боролоу ҡеүәтенә эйә. Ә был иһә уның йорттар тығыҙ урынлашҡан урындарҙа ла эшләү мөмкинлектәрен аса. Тимәк, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проекты күрһәткестәрен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә.
#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары
Читайте нас: