+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:05

Медицина учреждениелары кардиограф менән йыһазландырыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика медицина ойошмаларын стационар һәм мобиль электрокардиографтар менән йыһазландырыу дауам итә. Улар мәғлүмәттәрҙе һанлы форматта дистанцияла тапшырыу функцияһына эйә.

Республикалағы госпиталь база итеп үҙгәртеп ҡоролған ете медицина ойошмаһына киҫкен коронар синдромлы пациенттарға ярҙам күрһәтеү өсөн 33 һанлы компьютерлы кардиограф ҡуйылды. Улар республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһына тоташтырылған, электрокардиограммалар һанлы форматта пациенттарҙың электрон медицина картаһына күсерелә.
Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренә дусар пациенттарҙы асыҡлау өсөн иҫәп системаһы, маршрутлаштырыу һәм ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү мониторингы булдырылған.
#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары
Читайте нас: