Оператив штабтың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципаль район һәм ҡала округтары башлыҡтары менән сираттағы ултырышында Башҡортостанда уҡыу йылының ҡасан тамамланасағы иғлан ителде.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, башланғыс мәктәп – 1-4-се кластар — уҡыу йылын 22 майҙа тамамлай.
5-11-се класс уҡыусылары иһә 29 майҙа.
«Мин ошо уҡыу йылын уҡытып бөтөрөү яҡлымын», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Ул Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған сығарылыш уҡыусыларын планшеттар менән тәьмин итеү мәсьәләһен махсус контролдә тоторға ҡушты. Гаджеттар менән тәьмин ителмәү насар һөҙөмтәләргә сәбәпсе булырға тейеш түгел, тине республика Башлығы.