+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 13:45

Бөйөк Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә!

Бөгөн, Бөйөк Еңеү көнөндә Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһында тантаналы митинг үтте.

Бөгөн, Бөйөк Еңеү көнөндә Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһы алдындағы майҙанда тантаналы митинг үтте.
Унда район хакимиәте, район Советы етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышының илебеҙ тарихында ҡалдырған эҙе, ошо һуғышта ҡатнашҡан ҡаһарман райондаштарыбыҙ, хеҙмәт батырлыҡтары күрһәткән тыл ветерандары тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һөйләне, Еңеү көнө менән ҡотланы.
Шулай уҡ Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариат вәкиле А.Н.Дилмөхәмәтов, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова сығыш яһаны.
Митинг хәрби техника парады һәм барабансылар сығышы менән башланды. Һәйкәлдәргә сәскәләр һалғандан һуң район етәкселеге хәрби техника парады составында иҫән ветерандарҙың йорттарына барҙы. Уларға сәскәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, оло байрам менән тәбрикләне.
Пандемия шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәне.
Читайте нас: