-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 13:05

“Еңеү көнө” йыры төрлө телдәрҙә яңғырай

Бөгөн данлыҡлы “Еңеү көнө” йырын Волга буйы федераль округында йәшәгән халыҡтар үҙ туған телдәрендә башҡара. Был үҙенсәлекле сара – “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонының финал аккорды.

Бөгөн данлыҡлы “Еңеү көнө” йырын Волга буйы федераль округында йәшәгән халыҡтар үҙ туған телдәрендә башҡара. Был үҙенсәлекле сара – “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонының финал аккорды.
25 апрелдән 8 майға тиклем дауам иткән акция Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгәйне. Бынан 45 йыл элек ижад ителгән йыр ошо йылдар дауамында бөйөк байрамдың символына әйләнде. Унда Еңеү өсөн ҡыуаныс та, юғалтыуҙар ҡайғыһы ла, яугир олатайҙарҙың ҡаһарманлығы ла, миллионлаған ғаиләләрҙең шәхси фажиғәһе лә асыҡ сағыла.
Йыр марафоны барышында Еңеү гимнына әйләнгән әҫәр Волга буйы федераль округының 14 төбәгендә яңғыраны. Видеояҙмаларҙы миллионлаған кеше ҡараны.
Ошо акция өсөн махсус рәүештә “Еңеү көнө” йырының һүҙҙәре төрлө милләт телдәренә тәржемә ителде. Ул рус, мокша, эрзя, мари, башҡорт, удмурт, сыуаш һәм татар телдәрендә яңғыраны. Атҡаҙанған артистар, дәүләт филармониялары, театрҙар, халыҡ ансамблдәре, симфоник оркестрҙар менән бергә йырҙы студенттар, ирекмәндәр, “Тауыш. Балалар” шоу-конкурсында ҡатнашыусылар, КВН Юғары лигаһы чемпиондары башҡарҙы.
“Был акция төбәктәрҙе берләштерә һәм һәр халыҡтың мәҙәни үҙенсәлеген асыҡ күрһәтә”, - тип билдәләне Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт институты ректоры Роза Әхмәҙиева.
Йыр марафонында СССР-ҙың халыҡ артисы Леонид Сметанниковтың ҡатнашыуы үҙе бер иҫтәлекле ваҡиға булды. Алыҫ 1975 йылда тап ул әлегә бер кемгә лә билдәле булмаған йырҙы беренсе тапҡыр башҡара. Һәм бына 2020 йылда Волга буйы федераль округы халҡы тағы бер тапҡыр йырҙы тап уның башҡарыуында тыңлау бәхетенә өлгәште.
Сығыштар һәм видеояҙмалар әҙерләү февраль – март айҙарында, Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһына бәйле үҙ-үҙеңде изоляциялау һәм юғары әҙерлек режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылды.
Бөгөн, 9 майҙа, Бөтә Рәсәй бер минутҡа тын ҡалыу сараһынан һуң һәр кем балконға, шәхси йорто алдына сығып, “Еңеү көнө” йырын башҡара ала. Был үҙенсәлекле сараға барлыҡ ил халҡы ҡушыласаҡ.
Читайте нас в