-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 12:30

Еңеү паркы сәскәгә күмелде

Бөгөн, 9 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы баш ҡаланың Еңеү паркында үткән тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Бөгөн, 9 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы баш ҡаланың Еңеү паркында үткән тантаналы сараларҙа ҡатнашты.
Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән республика етәксеһе Мәңгелек ут янында урынлашҡан Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә венок һалды.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары башҡарылғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимовтың бюстарына, Геройҙар аллеяһындағы Дан мемориалына һәм тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскә һалды.
Артабан Башҡортостанда былтыр ноябрҙә старт алған “Еңеү” республика марафонының йомғаҡлау өлөшө – Республика Хәрби Дан музейына Мәңгелек ут менән капсуланы һәм штандартты тапшырыу тантанаһы үтте.
Байрам саралары барлыҡ санитар-эпидемиология талаптарын үтәп, күмәк халыҡты йыймайынса ойошторолдо.
Читайте нас в