-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 15:10

Еңеү яҙын Берлинда ҡаршылай

Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтди-нов 1926 йылдың 10 апрелендә Ҡолҡан ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышына 1943 йылдың 8 ноябрендә саҡырыла.

Башта Өфөләге уҡыу полкында 6 ай әҙерлек курстары үткәндән һуң, ефрейтор званиеһы биреп, Алкинола ойошторолған часть составында эшелонға тейәп, Белоруссияға ебәрәләр. Танк ротаһында автоматсы булып һуғыш ғәрәсәте эсенә алышҡа инә ул. Алыштарҙың береһендә – 1944 йылдың 29 июлендә тәүге яраланыу ала, госпиталдә ятып һауығып сыға. Бөйөк Еңеү яҙын ул Берлинда, гвардия кесе сержанты булып ҡаршылай.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнеп, 1945 йылдың көҙөндә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта Рамазан Ғәйнетдин улы.
1948 йылда Рәшиҙә Йәһүҙә ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 5 балаға ғүмер биреп, бына 72 йыл инде Красноусолда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ бирелгән фатирҙа йәшәйҙәр.
Читайте нас: