-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 00:05

1210 яҡташыбыҙ ҡайтты

Бөгөн, 10 майҙа, “Өфө” аэропортына Яҡут республикаһынын вахтасыларҙы алып ҡайтҡан сираттағы самолет килде. “Якутия” авиакомпанияһының был рейсы Чаянда ятҡылығынан 140 яҡташыбыҙҙы алып ҡайтты. Унда коронавирус сире усағы барлыҡҡа килде, тип алдан хәбәр иткәйнек.

Бөгөн, 10 майҙа, “Өфө” аэропортына Яҡут республикаһынын вахтасыларҙы алып ҡайтҡан сираттағы самолет килде. “Якутия” авиакомпанияһының был рейсы Чаянда ятҡылығынан 140 яҡташыбыҙҙы алып ҡайтты. Унда коронавирус сире усағы барлыҡҡа килде, тип алдан хәбәр иткәйнек.
Самолет ергә ултырыу менән бортҡа санитар табиптар һәм аэропорт вәкилдәре менде. Пассажирҙарҙың тән температураларын тикшерҙеләр, аҙаҡ трап янында көтөп торған автобустарға ултыртып обсерваторға ебәрҙеләр.
Рейсты хеҙмәтләндергән аэропорт хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек талаптарын ҡәтғи үтәне, уларҙың бөтәһе лә шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгәйне. Пассажирҙарҙың багажына һәм самолеттың эсенә дезинфекция үткәрелде.
– Бөгөнгә тиклем беҙ 1210 яҡташыбыҙҙы ҡабул иттек. Улар бөтәһе 1800 самаһы кеше. Киләһе өс көндә 140-ар кешелек өс борт ҡабул итәсәкбеҙ. Шулай уҡ әле унда сир менән зарарланған һәм дауаланыу үткән вахтасыларҙы ла алып ҡайтыу мәсьәләһен ҡарайбыҙ. Федераль властар әле бының регламентын эшләй. Минең уйымса, яҡын арала уларҙы нисек ҡабул итеү буйынса тәҡдимдәр аласаҡбыҙ һәм уларҙы үҙебеҙҙә дауалай башлаясаҡбыҙ. Беҙ быны башҡара аласаҡбыҙ. Төрлө варианттар ҡаралған, сирле килеш ҡайтҡандар башҡа кешеләр менән бәйләнешкә инмәһен өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Әле ошоға тиклем ҡайтҡандар ҡәнәғәт, ялыуҙар юҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре аҙна буйы обсерваторҙа йәшәй. Беҙ барыһын да күҙ уңында тоттоҡ, нисек уларҙы хәүефһеҙ итеп килтереү, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу йәһәтенән. Бөтәһенә лә больничныйҙар астыҡ, һаҡ ойошторҙоҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов.
Читайте нас в