Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө районындағы ваҡытлыса клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшөн тикшерҙе.
Төбәк етәксеһе ҡоролған корпустарҙы, шул иҫәптән 46 медицина персоналына иҫәпләнгән дөйөм ятаҡты ҡарап сыҡты, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Ул, яңы дауахана 25 майға тәүге пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙер булырға тейеш, тип билдәләне.
– Был объект бик кәрәк. Бында коронавирус йоҡторған бөтә сирлелергә махсус ярҙам күрһәтеүҙе ойошторорға теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тыштан ҡарағанда миңә барыһы ла оҡшай. Эстә ниндәй уңайлыҡтар булыуын күрербеҙ. Киләсәктә ФАП-тар, ауыл врач амбулаториялары төҙөүҙә лә ошо уҡ практиканы ҡулланыбыҙ.
Яңы үҙәк тиҙ ҡоролған модулле конструкцияларҙан торған бер ҡатлы комплексты тәшкил итә. Уның дөйөм майҙаны – 16 мең квадрат метр. Үҙ эсенә ул бокс рәүешендәге 100 палатаны ала. Бында шулай уҡ диагностика, дезинфекциялау, үҙәк-стерилләү бүлектәре, лабораториялар, дарыухана урынлашасаҡ. Үҙәк 470 пациентты ҡабул итә аласаҡ.
Бында төҙөлөш менән бер рәттән биләмәне йәшелләндереү, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү эштәре, ағас ултыртыу бара.