+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2020, 00:30

Яңы штраф төрө

Ил Президенты Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Ил Президенты Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Һүҙ күп ҡатлы йорттарҙағы торлаҡ йәки торлаҡ булмаған биналарҙы законһыҙ планлаштырыу хаҡында бара. Хәҙер ошо йәһәттән ҡанун талаптарын үтәмәүҙең 50 мең һум күләмендә штраф түләүгә тиклем барып етеүе ихтимал. Әлегә тиклем бының өсөн штраф һалынмай, тик бинаны элекке хәленә ҡайтарыу талап ителә ине.
Шулай итеп, граждандар өсөн штраф күләме – 2 - 2,5 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 4-5 мең, эшҡыуарлыҡты юридик шәхес булараҡ алып бармаған ойошмалар, предприятиелар һәм кешеләр өсөн 40 - 50 мең һум тәшкил итә.
Шулай уҡ торлаҡ биналарын йәки ҡоролмаларҙы боҙған һәм торлаҡ биналарын тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмаған өсөн штрафтар булдырылған. Граждандар өсөн уның күләме – 1 - 1,5 мең, вазифалы кешеләргә – 2-3 мең, юридик шәхестәр һәм эшҡыуарҙарға - 20 - 30 мең һум.
Читайте нас: