+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2020, 00:20

Йыл аҙағына тиклем төҙөлөш тамамлана

Октябрьский ҡалаһындағы 1-се дауахананың хирургия корпусын төҙөкләндереү йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.

Октябрьский ҡалаһындағы 1-се дауахананың хирургия корпусын төҙөкләндереү йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
Әлеге ваҡытта бинаның нигеҙе, колонналары, подвал стеналары нығытылған. Өс ҡатта ла тәҙрәләр, ҡат-ара стеналар алмаштырылған, лифт шахтаһы яңыртылған. Тиҙҙән эске биҙәү эштәре лә тамамланасаҡ. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр бинаны тыш яҡтан биҙәй һәм инженер селтәрҙәре һуҙа. Контракт шарттары буйынса бина янындағы биләмәне лә тәртипкә килтерәсәктәр.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса комитетында белдереүҙәренсә, объект юғары төҙөлөш әҙерлеге кимәлендә.
Хирургия корпусын төҙөкләндереү эштәре 2018 йылдың ноябрендә башланған. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Хирургия корпусын төҙөкләндереү проекты Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект төҙөү программаһына ингән, ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Объектты төҙөкләндереү өсөн 240 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған.
Читайте нас: