+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 21:35

Ғаилә аҙналығы июлгә күсерелә

Башҡортостанда йолаға әүерелгән Ғаилә аҙналығы июлгә күсерелә, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан.Йыл һайын 15 майҙа донъяның бөтә илдәрендә Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.

Башҡортостанда йолаға әүерелгән Ғаилә аҙналығы июлгә күсерелә, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан. Йыл һайын 15 майҙа донъяның бөтә илдәрендә Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. «Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә һәм илдә, республикала эпидемияға ҡаршы ҡабул ителгән сараларға бәйле Башҡортостанда Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған Ғаилә аҙналығы (11-17 май) һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә, — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Барлыҡ тематик сараларҙы 6-12 июлдә уҙғарыу планлаштырыла. Улар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышлана».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 8 июлдә республикала I Ғаилә фестивале ойошторолдо. Бөрө ҡалаһы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналар үҙәгенә әүерелде. Ул саҡта ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән ғаиләләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнеләр. 25 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән һәм йәштәргә өлгө күрһәткән ғаиләләр «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды.мммммм
Читайте нас: