+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 21:25

Битлек кеймәүселәргә - штраф

Шулай итеп, битлек режимын боҙғандарға бынан ары штрафтар янай. Бөгөн уларҙы Дәүләт Думаһы депутаттары ҡабул итте.

Шулай итеп, битлек режимын боҙғандарға бынан ары штрафтар янай. Бөгөн уларҙы Дәүләт Думаһы депутаттары ҡабул итте.
Штрафтар түбәндәгесә: граждандарға 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта, 3-5 мең һум тәшкил итәсәк. Вазифалы кешеләр өсөн – 5 - 15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта 15 – 30 мең һум). Юридик шәхестәр өсөн 50 – 100 мең һум, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Граждандарға ҡарата иҫкәртеү ҡулланылыуы ихтимал.
Документ ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Башлығына йүнәлтелде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 12 майҙан республикала үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе йомшартылды, шул уҡ ваҡытта битлек режимы ҡатыраҡ буласаҡ. Хәҙер йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәләр кейеп йөрөү - мотлаҡ талап.
"Ил һәм республика яйлап ҡына үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сыға. Йәмәғәт урындарында, хеҙмәт коллективтарында кешеләр һаны артҡандан-арта бара. Хәҙер иҫкәртеү сараларын бик ҡәтғи үтәргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талаптарға ҡайһы берҙәр иғтибар итмәй. Бындай сараларға яҡшы тормоштан бармайбыҙ бит. Кешеләр ғүмере һәм һаулығы тураһында һүҙ бара", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Читайте нас: