+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 22:40

Мин бит үлмәнем! (хикәйә)

...Йәп - йәш, һөйкөмлө, һомғол буйлы һалдат формаһы кейгән егет сәскәле яландан осоп атлап килә. - Ниңә миңә сәскә һалаһығыҙ??? Мин бит үлмәнем, үлмәнем, үлмәнем... - А -а -а!!! Был нимә булды?! Хәлиулла ағай бөгөн төн буйы борғаланып сыҡты. Нисек кенә йоҡоға китергә тырышмаһын, күҙенә шырпы тыҡҡандармы ни, көсләп тә йоҡлап китеп булмай шул... Хәйер, таң алдынан күҙе эленеп алды ла, бик сәйер төш күреп, йөрәкһеп килеп торҙо, балконға сығып баҫты.

...Йәп - йәш, һөйкөмлө, һомғол буйлы һалдат формаһы кейгән егет сәскәле яландан осоп атлап килә. - Ниңә миңә сәскә һалаһығыҙ??? Мин бит үлмәнем, үлмәнем, үлмәнем... - А -а -а!!! Был нимә булды?! Хәлиулла ағай бөгөн төн буйы борғаланып сыҡты. Нисек кенә йоҡоға китергә тырышмаһын, күҙенә шырпы тыҡҡандармы ни, көсләп тә йоҡлап китеп булмай шул... Хәйер, таң алдынан күҙе эленеп алды ла, бик сәйер төш күреп, йөрәкһеп килеп торҙо, балконға сығып баҫты...
- Эйе, был төш кенә булған икән... - Кем булды һуң? Кем был һалдат?! - Эх, берҙе генә тартып ебәргән дә... Ярамай шул... Табиптар ҡушмай... Аңа ғына ҡарап тормаҫ ине лә, ҡатыны буҡылдап бер көн сүп- сар менән ташлаған бөтә запастарын. Бөтәһенә лә: йәне тынысһыҙланыуына ла, сәйер төшөнә лә кисә килеп киткән Наҙгөл генә ғәйепле... Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарға һәйкәл асабыҙ, тип хәйриә аҡсаһы йыйып йөрөй икән. - Эй, бик яҡшы, бик хуп эш башҡарырға уйлайҙар икән дә! Хәлиулла ағай тағы ла бер тапҡыр бала сағына ҡайтып ураны. Ул атаһын иҫләмәй ҙә тиерлек, шикелле. Һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡан атаһы, уға дүрт йәше тулыр- тулмаҫтан мәрхүм булып та ҡуйҙы. Әл дә бәхете булған: ҡартатаһы иҫән ине. Ҡасандыр ауылдың имам - хатибы булған ҡартатаһы үҙ заманы өсөн бик белемле, зауыҡлы, алдан әҙерәк һиҙемләүсе ир азаматы ине. Ғизетдин ҡарт та үҙенең ике тирәк кеүек улын һуғышҡа ебәрҙе. Иҫән- имен ҡайтырға ғына яҙманы шул ғәзиздәренә. Оло улы Әмирйәне билдәле Сталинград һуғышында бик ҡаты яраланып, госпиталдә дарыуланып сыҡҡас, кире һуғышҡа керәбеҙ, тип яҙғайны, шунда батырҙарса ятып ҡалды. Ғәлиуллаһы китте лә, зым - зыя булды ла ҡуйҙы, аҙаҡтан " хәбәрһеҙ юғалды" тигән хәбәре генә килеп етте шул. Ғизетдин мулла балаларын һуғышҡа оҙатҡанда уҡ эстән генә бәхиллеген биргәйне: Әмирйәне танкист, ә Ғәлиуллаһы "тел" алып ҡайтҡанда минаға яңылыш баҫты шул... 22 июнь - Һәйкәл асыу тантанаһы бик күркәм, мәртәбәле сара булып, ауылдаштар, ҡунаҡтар күңеленә хуш килде. Хәлиулла ағай ҙа һәйкәлгә сәскә гөлләмәһе һалды. Ауылдаштары, йәштәре менән осрашты, ҡунаҡ булды, тәгәрәп - уйнап үҫкән ҡәҙерле һыу - ерҙәрен йөрөп сыҡты, әллә күпмегә етерлек көс - ҡеүәт алып китте...
- Мин ҡайттым... Мин өйөмә, ауылыма ҡайттым!!! Рәхмәт, ауылдаштарым! Йәп - йәш, һомғол буйлы һалдат формаһындағы егет осоп атлап килеп Һәйкәл эсенә кереп китте ... - Китмә, ағай! Китмә, китмә, китмә... Хәлиулла ағай үҙ тауышына үҙе уянып китте. Таныны... был бит һуғыштан тик "ҡара ҡағыҙы" килгән Ғәлиулла ағаһы икән дә... Инде уның күңеле булды: Ғәлиулла ағаһының тыуған ауылына 1941 - се йылдан сығып киткәндән тәүге тапҡыр ҡайтыуы һәм йәненең мәңгелек өйөндә тыныслыҡ табыуы ине...
Гөлназ НАФИКОВА.
Ябалаҡ ауылы.
Читайте нас: