-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 22:10

Нефтекамала эш киң ҡолас алды

Иртә таңдан эш башлаған экскаватор тауышы Парк урамындағы йорттарҙа йәшәүселәрҙең кәйефен бер ҙә ҡырманы. Киреһенсә, ихатала ремонт башланыуын улар күптән көтә ине. Проблемалар етерлек: балалар өсөн яҡшы уйын майҙансығы юҡ, юлда аҙым һайын соҡор-саҡыр, туҡталҡала урындар етешмәй. Борсолорға сәбәп юҡ, тиҙҙән барыһы ла яйға һалынасаҡ.

Быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһын бында айырыуса киң ҡолас менән тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Эш ихаталарҙа ғына түгел, тотош кварталдарҙа барасаҡ.
“Әле ҡаланың Парк урамындағы 6, 8, 10-сы һәм Комсомол урамындағы 44, 46-сы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндерәбеҙ. Уларҙа комплекслы ремонт яһаласаҡ, йәйәүлеләр өсөн брусчатканан юл һалабыҙ, туҡталҡалар ҙа, спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары комплексы ла буласаҡ”, – тине “Танып” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры Аветик Нргеян.
Быйыл Нефтекамала 17 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә (былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ, әлбиттә, уның ҡарауы, эш күләме арта). Ремонтҡа 65 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Читайте нас в