+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 21:10

Сираттағы онлайн брифинг үтте.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән сираттағы онлайн брифинг үтте.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән сираттағы онлайн брифинг үтте.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда кисәнән бөгөнгәсә 80 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Сирләүселәрҙең дөйөм һаны – 1647. Вафат булғандар һаны – 16. Һуңғы тәүлектә 1953 йылғы бер ҡатын вафат булған, уның тын алыу юлдарыyың хроник сирҙәре булыуы мәғлүм. Һауығыусылар – 466 (һуңғы тәүлектә 30 кеше өҫтәлгән).
Республика стационарҙарында 468 сирле дауалана (11 кеше ауыр хәлдә, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа – 697 кеше.
Коронавирусҡа республикала 124 140 тикшереү үткәрелгән. Һандарға килгәндә, республикала 100 мең кешегә 97,7 тикшереү тура килә һәм был – Рәсәйҙәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Башҡортостан коронавирусҡа үткәрелгән тест иҫәбе буйынса илдәге тәүге ун төбәк исемлегенә инә.
Рәсәйҙә иһә 232 243 кеше коронавирус менән сирләй, һуңғы тәүлектә коронавирус йоғоуҙың 10 899 осрағы теркәлгән. Бөтәһе 43 512 кеше һауыҡҡан, 2 116 кеше вафат.
Әйкәндәй, сирләүселәр һаны буйынса Рәсәй донъяла икенсе урынға сыҡҡан. Планетала йәмғеһе 4 251 071 кеше сирләй (бер тәүлектә 84 545 кешенең ауырығаны асыҡланған).
Читайте нас: