+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 13:55

Ҙур булмаған кейем-һалым һәм аяҡ кейемдәре магазиндары асыла

Илдә коронавирусҡа бәйле индерелгән сикләү сараларын бөтөрөү буйынса эштәрҙең өс этапта алып барыласағы хаҡында “Роспотребнадзор” хәбәр иткәйне инде. Рәсәйҙә һәр төбәк шул тәртипкә таяна һәм ойошмаларға эшләргә рөхсәт биреү датаһын үҙаллы билдәләй.

Илдә коронавирусҡа бәйле индерелгән сикләү сараларын бөтөрөү буйынса эштәрҙең өс этапта алып барыласағы хаҡында Роспотребнадзор” хәбәр иткәйне инде. Рәсәйҙә һәр төбәк шул тәртипкә таяна һәм ойошмаларға эшләргә рөхсәт биреү датаһын үҙаллы билдәләй.
Әлеге күрһәтмәләргә ярашлы, беренсе этапта, йәғни был аҙнала ҙур булмаған кейем-һалым һәм аяҡ кейеме магазиндары асыласаҡ, тип белдерҙе Роспотребнадзор вәкиле Татьяна Руженцова. Әммә сауҙа нөктәһенең майҙаны 400 квадрат метрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ магазин етәкселәре һатып алыусылар араһында дистанция һаҡлауҙы күҙ уңында тоторға тейеш.
Читайте нас: