-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 00:50

Рәсәйҙә 9-сы кластар өсөн йомғаҡлау имтихандары булмай, БДИ күсерелә

Рәсәй Мәғариф министрлығы туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн рус теленән һәм математиканан йомғаҡлау имтихандарын үткәрмәй, тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат хеҙмәте.Йомғаҡлау баһалары йыллыҡ баһалар нигеҙендә ҡуйыла.

Мәктәп тамамлаусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары датаһы йәнә 8 июндән билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде.
Был турала төбәк башлыҡтары менән видео-конференц-элемтә режимында уҙған кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры урынбаҫары Виктор Басюк хәбәр итте.
Аттестация кампанияһының башланыу көнө яҡын арала иғлан ителә.
Ун беренсе кластарҙа Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу форматына төҙәтмәләр индерелә: юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынмаған уҡыусыларҙың аттестатына билдәләрҙең йыл йомғаҡтары буйынса ҡуйылыуы мөмкин.
Читайте нас в