+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 15:40

Рәсәй халҡының күпселеге хуплап ҡаршы алды

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәҡлүмәттәренә ярашлы, рәсәйлеләрҙең 81 проценты ил Президенты Владимир Путин индергән халыҡты социаль яҡлау сараларын мөһим тип иҫәпләй.Бизнесҡа ярҙам сараларын 66 процент рсепондент ыңғай баһалаған. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың күпселеге (73 проценты) ил етәксеһе коронавирус пандемияһының эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн барыһын да эшләй тип уйлай.

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәҡлүмәттәренә ярашлы, рәсәйлеләрҙең 81 проценты ил Президенты Владимир Путин индергән халыҡты социаль яҡлау сараларын мөһим тип иҫәпләй.
Бизнесҡа ярҙам сараларын 66 процент рсепондент ыңғай баһалаған. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың күпселеге (73 проценты) ил етәксеһе коронавирус пандемияһының эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн барыһын да эшләй тип уйлай.
Граждандарҙың өстән бер өлөшө илдәге хәлде президент контролдә тота тип иҫәпләй. Шунса уҡ кеше Путин халыҡтың проблемаларын яҡшы аңлай һәм 75 процент һорау алыныусы ил башлығының мөрәжәғәте уларҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы тип белдергән.
Социологтар асыҡлауынса, респонденттарҙың 95 проценты 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн 10 мең һум түләүҙәрҙе, 93 проценты – балалар пособиеһының 2 тапҡырға артыуын, 92 проценты – өс йәшкә тиклем балаларға апрель-майҙа 5 мең һум түләүҙе, 91 проценты – 7 йәшкә тиклемге балалары булған мохтаж ғаиләләргә субсидиялар биреүҙе хуплап ҡаршы алған.
Төп предприятиеларҙың эш башлауын 89 процент, үҙмәшғүлдәргә һалымдарҙың кире ҡайтарылыуын – 76 процент, көн һайын уҙғарылған коронавирусҡа тестарҙың 300 меңгә тиклем артыуын 75 процент респондент яҡлап сыҡҡан.
#ВладимирПутин
Читайте нас: