-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 11:00

Республикала 609 юл камераһын ҡуйыу тамамланды

Башҡортостанда 114 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексына һуңғы партияны ҡуйыу ваҡытында тамамланды.

Башҡортостанда 114 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексына һуңғы партияны ҡуйыу ваҡытында тамамланды.
Республиканың 63 муниципалитетында улар бөтәһе — 609. Камералар республика юлдарының авариялар йыш теркәлгән урындарына ҡуйылды. ЮХХДИ-да камераларҙың булыуы юл-транспорт ваҡиғалары һанына туранан-тура йоғонто яһай тип иҫәпләйҙәр: быйыл мартта уҙған йылдың марты менән сағыштырғанда авариялар — 16% тиерлек, юлдарҙа үлем кимәле 47% кәмегән.
2019 йылдың авгусында «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәте, дәүләт заказын башланғыс сумманан 26% түбәнерәккә — 2,375 миллиард һум урынына 1,765 миллиард һумға башҡарырға тәҡдим итеп, 609 комплекс ҡуйыу өсөн контракт алды. Бер комплекстың ҡуртым хаҡы айына — 48 295 һум. Аукциондың икенсе ҡатнашыусыһы — «Сбербанк-Сервис»1,788 миллиард һум хаҡ тәҡдим итте.
«Башинформсвязь» биш йыл дауамында системаның сервис хеҙмәтләндереүен тәьмин итергә, һуңынан комплекстарҙы республика ҡарамағына тапшырырға тейеш.
Читайте нас: