+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 00:15

Социаль эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙар өсөн онлайн тәртибендә көрсөккә ҡаршы интенсив уҙғарыла. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

12 – 15 майҙа “МСП Банк” акционерҙар йәмғиәте “МСП” корпорацияһы һәм Социаль проекттарға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары өсөн саралар циклы – “Көрсөккә ҡаршы интенсив” ойоштора.
Үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында бизнесты нисек һаҡлап ҡалырға? Бының өсөн нимә эшләргә була? “Көрсөк – проблемалар ғына түгел, ә киң мөмкинлектәр ҙә” тигән төшөнсә ысынбарлыҡҡа тап киләме? Көрсөк шарттарында ресурстарҙы нисек ҡулайлаштырырға? Бөгөн көрсөккә ҡаршы ниндәй саралар һөҙөмтәле, ҡайһылары һөҙөмтәһеҙ?
Көрсөккә ҡаршы интенсив социаль эшҡыуарҙарҙы ғәмәлдәге шарттарҙа борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса тренингтарҙы, оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала. Сарала ҡатнашыу пандемияның кире эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн белем туплау, бизнесты ҡулайлаштырыу өсөн дөрөҫ ҡарар һайлау, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыу мөмкинлеген бирәсәк. Сара онлайн тәртиптә уҙғарыла. Унда ҡатнашыу бушлай.
Читайте нас: