Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 90 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған.
Сирләүселәрҙең дөйөм һаны – 1874. Һауығыусылар – 580 (һуңғы тәүлектә 56 кеше өҫтәлгән). Вафат булыусылар юҡ. Һуңғы тәүлектә пневмония диагнозы менән 63 кеше дауаханаға оҙатылған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Шул уҡ ваҡытта ошо уҡ диагноздан дауаланған 54 кеше стационарҙан сыҡҡан.
Республика стационарҙарында 609 сирле дауалана (33 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа – 669 кеше.
Коронавирусҡа республикала 143 357 тикшереү үткәрелгән, 134 934 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә үткәрелгән тикшереүҙәрҙең һаны – 6405, 6226 кеше тикшерелгән.
Рәсәйҙә иһә 262 843 кеше коронавирус менән сирләй, һуңғы тәүлектә коронавирус йоғоуҙың 10 598 осрағы теркәлгән. Бөтәһе 58 226 кеше һауыҡҡан, 2 418 кеше вафат.