+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2020, 13:25

Ҡыйыу йөрәк (Булған хәл)

1 Май байрамын Ябалаҡ ауылы балалары бигерәк тә ашҡынып көттө. Шулай булмай тағы: был көндө "Күкәй байрамы"н үткәрәләр, “Ҡарға бутҡа”һы бешерәләр. Кемдер йомортҡаны бешереп төҫлө ҡәләмдәр менән буяған, кемдер һуған ҡабығы һалып ҡайнатып алған, кемдер имән йә ерек ҡайырында бешергән. Инәйҙәре иртүк тороп, төрлө тәмлекәстәр бешереп, моҡсайҙарына һалып та ҡуйған.(Хикәйәнең дауамын һылтанма аша кереп беҙҙең сайтта уҡығыҙ)

1 Май байрамын Ябалаҡ ауылы балалары бигерәк тә ашҡынып көттө. Шулай булмай тағы: был көндө "Күкәй байрамы"н үткәрәләр, “Ҡарға бутҡа”һы бешерәләр. Кемдер йомортҡаны бешереп төҫлө ҡәләмдәр менән буяған, кемдер һуған ҡабығы һалып ҡайнатып алған, кемдер имән йә ерек ҡайырында бешергән. Инәйҙәре иртүк тороп, төрлө тәмлекәстәр бешереп, моҡсайҙарына һалып та ҡуйған.
Ауылдың 5 йәштән 15-16 йәшкә тиклемге балалар Ағиҙелдең Ҡажат күленә ҡойған еренә, бик ҙур аҡланға уйнарға, усаҡ яғырға сыға. Ғәрәсәтле һуғыштан һуң һәр ғаиләлә бишәр-унар бала, матур булып үҫеп киләләр. Көн шундай матур, йылы, ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын һибә. Балалар төркөм-төркөм булып, һөйләшә-көлөшә аҡланға йыйылды. Шунан күмәкләп тиҙ генә яҡындағы урмандан сытыр-сатыр йыйып килтереп, усаҡ та яғып ебәрҙеләр. Олораҡтар Ҡарға бутҡаһы бешерергә булып, таған ҡуйып, ҡаҙан аҫты. Аҙаҡтан бөтәһе лә усаҡ тирәһендә әйләнделәр, йырланылар, бейенеләр. Эй күңелле! Арып киткәс, ҙур итеп табын ҡороп, ашарға ултырҙылар, бер-береһен һыйлаштылар, бешкән йомортҡа менән күршеләренең баштарының ҡатылығын "тикшерештеләр".
Бына сират иң яратҡан "Аҡ тирәк, күк тирәк"кә лә етте. Ике урам балалары, йәш айырымлығына ҡарамай, бер-береһенә ҡаршы тороп баҫып уйнай башланылар. "Аҡ тирәк, күк тирәк беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?"... Уйын ҡыҙҙы. Һәр кемдең йүгергеһе, үҙен күрһәткеһе килә. - Кем кәрәк? - Нурания! Кәүҙәгә таҙа 12- 13 йәштәрҙәге ҡыҙ сылбырҙы өҙөр өсөн ыбыр-сыбыр бала-саға торған ерҙе һайланы ла, йән фарманға йүгерә башланы. Килеп етеп, сылбырҙы өҙәм генә тигәндә, бәләкәстәр, ҡурҡыштан, ҡулдарын ысҡындырҙылар ҙа ҡуйҙылар... Бер ниндәй ҡаршылыҡҡа осрамаған Нурания жыйлап ҡына уҙып китеп, күлгә барып та төштө. Был шул тиклем тиҙ, күҙ асып йомған арала булды. Бөтәһе лә "Аһ!" итте, йүгерешеп яр буйына килеп баҫтылар.
Ҡажаттан Ағиҙелгә һыу кире ҡайта, ағым шәп, тамаҡҡа аралыҡ бер 8-10 метр тирәһе генә. Тәүҙә нимә булғанын аңлап етмәгән ҡыҙ, бер аҙ ағып барҙы ла, үҙен ҡулға алып, ярға табан йөҙә башланы. Ағым көслөрәк, хәле етмәй... Шул арала ҡайҙандыр оҙон ғына ҡолға табып һуҙҙылар. - Эх, эләктерә алманы... - Нишләргә?! Ҡыҙ һыу ҡайтҡан тамаҡҡа тағы ла нығыраҡ яҡынлашты... Былай булһа, хәҙер Ағиҙелгә төшөп китә лә, балыҡтарға ем була инде... Балалар ҡулдарын йоҙроҡлап тотоп, тын алырға ла ҡурҡып торалар, ҡулдарын ысҡындырған ҡыҙыҡайҙар өнһөҙ генә илай башланы... Ни арала ботинкаһын сискән үҫмер Ирьегет һыуға һикерҙе, ҡыҙ янына барып етеп ярға этәй башланы. Нурания ҡурҡып сәбәләнә, егеттең ҡулынан эләктерергә маташа. Былай булһа, икеһе лә харап булалар бит! Егет сумды ла, һыу аҫтынан ҡыҙҙы ныҡ итеп этеп ебәрҙе. Шул арала ярҙа торған Фәрғәт ҡолғаны һуҙғайны, ҡыҙ эләктереп тә өлгөрҙө, күмәкләп тартып та сығарҙылар. - Уф! Бөтәһе лә еңел тын алды. Ирьегетте ағым бер аҙ алып та киткән, ләкин һыу буйында үҫкән үҫмер ағымға ҡаршы бирешмәне, килеп тә сыҡты. Малайҙар Ирьегетте, ҡыҙҙар Нуранияны уратып алып кейемдәрен систереп һығып, усаҡ янында киптерҙеләр, үҙҙәренең ҡоро кейемдәрен кейҙереп торҙолар. Байрам ҡайғыһы китте, ләкин барыһы ла шат: бөтәһе лә иҫән...
Улар яҙмыш ҡуйған беренсе "һынауҙы" уңышлы үтте.
Гөлназ НАФИҠОВА.
Ябалаҡ ауылы.
Читайте нас: