+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 21:15

Баҡса еләге – бик наҙлы үҫемлек.

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә НУРЕТДИНОВА һәр баҡсаның йәме булған еләкте үҫтереү серҙәре менән бүлешә.

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә НУРЕТДИНОВА һәр баҡсаның йәме булған еләкте үҫтереү серҙәре менән бүлешә.
“Баҡса еләге – бик наҙлы үҫемлек. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра ла ҡуя. Шуға иртә яҙҙан баҡсасыға иғтибарлы булырға кәрәк. Тәү сиратта еләктең һәйбәт сортын һайлағыҙ, агротехника тураһында онотмағыҙ. Быларҙан тыш, еләккә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Тап уның ҡапыл үҙгәреүе, һыуыҡтар һәм ямғыр сирҙәр барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булып тора ла инде.

Мәҫәлән, һоро серек ауырыуы бәшмәклеләр төрөнә ҡарай. Айырыуса еләк бешкән осорҙа барлыҡҡа килә. Уны ваҡытында туҡтатмаһаң, бөтөн еләклеккә күсеүе ихтимал. Ямғырлы йылдарҙа йыш барлыҡҡа килә. Үҫемлектә һоро таптар барлыҡҡа килһә, тимәк, еләклек ауырыуға дусар булған. Ошо ваҡытта уҡ уның менән көрәшә башларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу ерҙә һаҡланып ҡалыуы ихтимал, серегән еләк һәм япраҡтарҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ.

Ауырыу менән көрәшеү саралары:
1. Был ауырыуға дусар булмаған сорттар алырға кәрәк. Мәҫәлән, “Берегиня”, “Надежда”, “Тарда” һәм башҡалар.
2. Ауырыу еләктәрҙе шунда уҡ өҙөп алыу.
3. Сүп үләндәрен ваҡытында утау.
4. Еләк бешә башлар алдынан рәттәр араһына торф, һалам һалып сығыу.
5. Иртә яҙҙан бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртеү.
6. Еләк сәскә атыр алдынан һәм уңышты йыйып алғандан һуң фунгицидтар менән эшкәртеү. Мәҫәлән, “Споробактерин”, “Алирин – Б”, “Агролекарь”, “Прогноз”, “Чистофлор” кеүек дарыуҙар был бәләнән һәйбәт ҡотҡарыр.
“Крахмаллы ысыҡ” ауырыуын да бәшмәктәр булдыра. Тәү сиратта еләктең япраҡтары зарарлана. Уларҙа 2-3 миллиметрлыҡ зарарлы нөктәләр барлыҡҡа килә. Ямғырлы көндәрҙә айырыуса көсәйәләр. Ғәҙәттә был ауырыу бер барлыҡҡа килһә, йыл да ҡабатланып тора.

Иҫкәртеү саралары шул уҡ. Бынан тыш, ун литр һыуға 200 грамм һабын һәм еҙ купросы ҡушып эшкәртеү талап ителә”, – ти Лилиә Айҙар ҡыҙы.
Читайте нас: