Тимәк, иртә һәм һуң өлгөрөүсе кәбеҫтәне, кольраби һәм төҫлө кәбеҫтәнең барлыҡ төрҙәрен дә ултыртырға була. Кәбеҫтәнән һуң томат һәм ҡыяр яҡшы үҫә. Помидорҙан һуң түтәлгә ҡыяр, ҡабаҡ, ташҡабаҡ ултыртырға кәрәк. Быға тиклем ҡыяр үҫкән түтәлдә баклажан, борос, помидор ултыртыу яҡшы. Башлы һуған фасоль, борсаҡ, шалҡандан һуң һәйбәт үҫә. Башлы һуған артынан кишер ултыртҡанда уның мул уңышына, ауырыуҙарға бирешмәүенә өмөт итергә була. Ҡыҙыл сөгөлдөр борос үҫкән ерҙе үҙ итә. Редисты һарымһаҡ, кишер, сөгөлдөр араһына ултыртыу ике йәшелсә өсөн дә файҙалы буласаҡ.
иң мөһиме, йәшелсәләрҙе 3-4 йыл дауамында үҫкән урынына кире ултыртмай торорға кәрәк, тип кәңәш бирә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә Нуретдинова.